«Мәҙәниәт» милли проекты ғәмәлдә

Күмертау ҡалаһының ике учреждениеһы «Мәҙәниәт» проекты сиктәрендә яңырыу кисерә. Һүҙ балалар музыка мәктәбе һәм китапхана хаҡында. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Күмертау ҡалаһының балалар музыка мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән байытыла. Бында 14 һөнәр буйынса 439 бала белем ала. Федераль, республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән 4 миллион һум грант аҡсаһына учреждение 24 уйын ҡоролмаһы, ноталар әҙәбиәте һатып алына. Шул иҫәптән мәктәп рояль, акустик һәм һанлы пианино менән тулылана. 

Төрлө йүнәлештәр буйынса ноталар әҙәбиәтен һатып алдыҡ. Фортепиано, думбыра, гитара, баян, хор өсөн, береһен дә мәхрүм итмәҫкә тырыштыҡ. Шулай уҡ концерт залын йыһазландырыуға ҙур баҫым яһаныҡ. Яңы аппаратураларҙы мәктәп үҙаллы бер ҡасан да һатып ала алмаҫ ине.

Елена Барановская, Күмертау ҡалаһы балалар музыка мәктәбе директоры

Ыңғай үҙгәрештәр үҙәк ҡала китапханаһын да урап үтмәй. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә насар күргән кескәйҙәр өсөн тактиль китаптар эшләнә. Ошо маҡсатта китапхана хеҙмәткәрҙәре 257 мең һум грант ота.

Тактиль китаптар проектының маҡсаты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү, йәмғиәткә ылыҡтырыу. Уларҙы балалар һәм көмөш иремәндәрҙән торған ике төркөм эшләй. Оҫтаханалар теген машиналары менән йыһазландырыла, туҡымалар һатып алына. Дүрт ай эсендә йәмғеһе 24 тактиль китап әҙерләнә. Араларында төрлө темаларға бағышланған, әкиәт китаптары ла бар.

Тактиль китап ярҙамында мөмкинлектәре сикләнгән балалар бер үк ваҡытта уҡып, йәнһүрәт ҡарап, хатта әкиәт геройҙары менән бергә биттән- биткә сәйәхәт итә ала.

Фото №1 - «Мәҙәниәт» милли проекты ғәмәлдә

Әлфинә Килдейәрова.

Волна
Акции БСТ