Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ошондай фекерҙә. “Юлдаш” радиоһына биргән интервьюһында ул бөтә яуаплылыҡты төбәк операторҙарына йөкмәтергә ярамай тип белдерҙе.
Руфина Шаһапова менән булған әңгәмәне беҙҙең рәсми сайтта тулыһынса тыңларға була. Әйткәндәй, Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн хаҡ артыу көтөлә. Был турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.





