Баш ҡалала «Боронғо Өфө» тарихи реконструкцияһы һәм урта быуат һөнәрҙәре фестивале үтте

Быйыл ул өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Республиканың киң билдәле Өфө II ҡаласығын популярлаштырыуҙы, өйрәнеүҙе һәм ҡыҙыҡһыныусылар даирәһен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фестиваль сиктәрендә, «Рәсәй - минең тарихым» мультимедия паркында юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашлығында  квест ойошторолдо. Һорауҙар археология ҡомартҡыһына арналды.

Тарихи парк майҙаны республиканың төрлө өлкә оҫталарын бергә йыйҙы. Экспозицияла балсыҡтан әүәләнгән, иретеп-йәбештерелгән, ювелир әйберҙәр ҙә бар ине. Проект сиктәрендә шулай уҡ, Өфөнөң йәш рәссамдары менән онлайн-форматта осрашыу ҙа үтте. Улар баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан археологик ҡомартҡыны төшөрөү буйынса конкурста ла ҡатнашты.

Фото №1 - Баш ҡалала «Боронғо Өфө» тарихи реконструкцияһы һәм урта быуат һөнәрҙәре фестивале үтте

Азат Ғәлиуллин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ