Мәктәпкәсә учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, физкультура һәм музыка кабинеттары сафҡа инә. Ике ҡатлы балалар баҡсаһында иркен, яҡты бүлмәләр, йылы иҙән, ашхана, музыка, физкультура һәм уйындар залы бар. Мөмкинлектәре сикләнгән малай һәм ҡыҙҙар өсөн пандус, лифт ҡаралған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Анфиса Ишмөхәмәтова һөйләй.
Төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.





