Тәүге көндә ир-егеттәр спринтта уҙышты. Призлы урындарҙы Норвегия һәм Германия спортсылары яуланы. Рәсәй йыйылма командаһынан иң яҡшы һөҙөмтә Матвей Елисеевта- ул финишҡа 10-сы булып килде. Башҡортостандан Эдуард Латыпов 15-се һөҙөмтә күрһәтте, Антон Бабиков запаста ҡалды. Бөгөн ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙар көслөләрҙе асыҡлай.





