"Бөйөктәребеҙ". Трагедия оҫтаһының фажиғәһе йәки кем ул Мөхтәр Мутин?

"Бөйөктәребеҙ". Трагедия оҫтаһының фажиғәһе йәки кем ул Мөхтәр Мутин?
Фото №1 - "Бөйөктәребеҙ". Трагедия оҫтаһының фажиғәһе йәки кем ул Мөхтәр Мутин?

Киләһе йылдың 2 ғинуарында мәшһүр артист һәм режиссер, Башҡортостанда һәм Татарстанда милли театрҙарға нигеҙ һалған шәхестәребеҙҙең береһе – Мөхтәр Исхаҡ улы Мутиндың тыуыуына 135 йыл тула. Ни өсөн уның тураһында мәғлүмәттәр һуңғы йылдарҙа ғына күренә башланы? Башҡорт һәм татар сәхнәһенең Отеллоһы ниндәй яҙмышҡа дусар ителгән? Әңгәмәсебеҙ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова.

"Бөйөктәребеҙ". Трагедия оҫтаһының фажиғәһе йәки кем ул Мөхтәр Мутин?

Гөлсәсәк Саламатова:

    “1923-1924 йылдарҙа ул Башҡортостан дәүләт труппаһында баш режиссёр вазифаһын башҡара. Татарстанда политбүлектә культпросвет рәйесе, Наркопроста театр бүлеге етәксеһе булып эшләй. Тап Мөхтәр Мутин татар театры өсөн тәүге махсус бина һалдырған шәхес. Миңзәлә өйәҙенең бөйөк башҡорто ике республика өсөн дә бар көсөн түгеп, фиҙаҡәр хеҙмәт итә.

   1926 йылда Мөхтәр Мутинға  “Татарстандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелә. Ул йылдарҙа театрҙар хатта актерҙың кейем-һалымын да хәстәрләй, йәғни костюм-галстукка тиклем алып биреүҙе үҙ өҫтөнә ала. Мөхтәр Исхаҡ улына дан-шөһрәт өсөн бик юғары хаҡ түләргә тура килә. Уның ижадына һоҡланып ҡараусылар менән бер юлы, күрә алмаусылар ҙа барлыҡҡа килә. 1935 йылда ул халыҡ дошманы тип иғлан ителә һәм Колымаға оҙатыла. Алты йылдан мәшһүр артисты һаҡсы эттәр талап үлтерә”.

Автор: Зөһрә Арсаева

#МухтарМутин #МөхәрМутин #Бөйөктәр

Волна
Акции БСТ