Башҡортостанда быйыл яңы дауахана- поликлиникалар, фельдшер-акушер пункттары төҙөү, иҫкеләрендә капиталь ремонт башҡарыу һәм медицина ҡорамалдарын яңыртыуға 2 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Республикала 35 поликлиника төҙөкләндерелә, Баймаҡ, Саҡмағош, Бөрө һәм Өфөлә яңы дауаханалар, райондарҙа фельдшер-акушер пункттары төҙөү ҙә дауам итә.
Белорет районында иһә Сермән ауылы амбулаторияһы, капиталь ремонт яһалып, тулыһынса яңыртылған бинала халыҡты ҡабул итә башланы. Төҙөкләндереү эштәре уҙған йыл апрелдә башланған. Медицина пунктында республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса иҫәбенә ремонт яһалған- 15 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Район хакимиәте белгесе Эльза Мәхәмәҙиева һөйләй.





