Был юлы Радий Хәбиров Өфөнән эшҡыуар Дамир Ғөбәев тураһында яҙа. ”Ул пандемия шарттарында эшһеҙ ҡалған һәм үҙен аҙыҡ-түлек өлкәһендә һынап ҡарарға булған. Бизнесмен һатыуға әнис, петрушка һәм 10 төрлө йәшелсә үҫтерә. Уға был эштә эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “минең бизнес” үҙәге ярҙам иткән. Әле йүнсел эшен киңәйтеү тураһында уйлай. Иң ауыр хәлдәрҙән дә сығыу юлдары бар, иң мөһиме – теләк”, тип яҙа Радий Хәбиров.







