Хатта төпкөл ауылдарҙа ла. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзалары ошондай фекерҙә. Былтыр декабрҙә Андрей Назаров республикала 1 мең 200 тораҡ пунктҡа интернет үтмәүе тураһында белдергәйне. Уҡыусыларҙы онлайн уҡытыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ауылдарға тиҙлеге юғары булған интернет уҙғарыу мөһим, тип иҫәпләй Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы Станислав Шмульсон.
Башҡортостанда быйыл 260-тан ашыу ауылға интернет уҙғарыу планлаштырыла.







