Республикала балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында операция дауам итә. Юл полицияһы мәктәп эргәһендә рейд уҙғара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Линар Зиннуров әйтеүенсә, күңелһеҙ хәлдәрҙең күбеһе хәрәкәт ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында килеп сыға.
Республика автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, һәр унынсы авария балалар ҡатнашлығында теркәлә.







