"Милли кейем һаҡланмаһа, туған тел дә онотола"

"Милли кейем һаҡланмаһа, туған тел дә онотола"
Фото №1 - "Милли кейем һаҡланмаһа, туған тел дә онотола"

Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина ошондай фекерҙә. Ул Башҡортостандың төрлө төбәктәренә, шулай уҡ Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм башҡа өлкәләргә сығып милли кейем өлгөләрен өйрәнә. 7 йыл элек Өфөлә “Селтәр” студияһын ойоштора. Бөгөн унда сираттағы оҫталыҡ дәресе үтте.

"Милли кейем һаҡланмаһа, туған тел дә онотола"

“Милли кейем – асылыңа ҡайтыу”, - тип иҫәпләй Өфө районы Шамонин ауылы Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Рәйфә Вәлиева.

"Милли кейем һаҡланмаһа, туған тел дә онотола"

“Селтәр” студияһы өлгөләре менән социаль селтәрҙә танышырға була. Республикала 17 апрель һәм 11 сентябрь Милли кейем көнө булараҡ билдәләнә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ