Октябрьский ҡалаһында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Заманса объект бер юлы 800 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Боҙ һарайында хоккей уйнау, конькиҙа шыуыу, спорт ярыштары үткәреү өсөн шарттар булдырыла. Яңы комплексты төҙөү өсөн 700 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Октябрьский ҡалаһында төҙөлә башлаған «Боҙ һарайында» монтаж эштәре бара. Тимер конструкциялар урынына бер нисә йылдан спорт менән шөғөлләнеү, ҡышҡы ярыштар, уйындар ойоштороу өсөн заманса бина ҡалҡып сығасаҡ тип көтөлә.

800 кешегә иҫәпләнгән боҙ һарайында хоккей уйнау, конькиҙа шыуыу, ярыштар үткәреү өсөн шарттар булдырыла. Кейем алмаштырыу, иркен тамаша залы, йөҙөү һыҙаты айырым ҡаҙанлыҡ, подстанция, һыуытҡыс ҡоролмалары бүлеге сафҡа инәсәк тип күҙаллана.

Әлбиттә, ҡала халҡы Боҙ һарайы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәрҙең күбеһе ҡаланың көнсығыш өлөшөндә йәшәй, шуға ла спорт комплексына ихтыяж йылдан-йыл арта. Төҙөлөш эштәрен ентекле тикшереп торабыҙ.

Михаил Черкашнев, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Алты мең квадрат метр тәшкил иткән майҙанда төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн һуңғы ике йыл эсендә «Башнефть» компанияһынан 213 млн һум аҡса бүленә. Маҡсатлы программа фонды ярҙамында буласаҡ бинаға канализация, инженер селтәрҙәре үткәрелә, бейек тимер конструкциялар ҡорола

Объект ике этапта төҙөлә. Бөтә эштәрҙе башҡарыу өсөн 732 млн һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Әлегә беренсе этап буйынса инженер эштәр башҡарыла. Дөйөм алғанда төҙөлөш эштәре йылдам бара. Идарасы компания вәкилдәре һәм эшселәр объектта тулы кимәлдә тырыша тип әйтә алам.

Ғәфүр Ҡолмырҙин, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы директоры

Спорт комплексы төҙөлөшөнөң беренсе этабы быйыл яҙға тамамланыр тип көтөлә. Алдағы биш айҙа башҡарылған эш күләменә ҡарап объекттың ҡасан файҙаланыуға тапшыраласаған билдәләп буласаҡ. Октябрьский ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын буласаҡ спортсылар яңы объект асылыу тантанаһы менән ҡаршы аласаҡ тигән өмөт тыуа.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Башбат

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ