Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек, COVID-19 менән ауырыусылар бер аҙ кәмей

Был турала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләренә арналған оператив штаб кәңәшмәһендә Максим Забелин белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, республикала халыҡты мәкерле сиргә ҡаршы прививкалау дауам итә.

Бөгөнгә төбәк 13 842 доза вакцина алған. Укол тәү сиратта сирлеләр менән туранан-тура эшләгән  медицина, социаль өлкә, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә тәғәйенләнгән. Рәсәй президенты күрһәтмәһенә ярашлы, халыҡты күләмле вакциналауҙы башлау өсөн ғинуар аҙағына тиклем төбәккә тағы ла 40 мең доза прививка килер тип көтөлә.

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең был процедураны тәүгеләрҙән булып үтеүен иҫәпкә алып, Радий Хәбиров 18 ғинуарҙан социаль учреждениеларҙа мәжбүри изоляция режимын ғәмәлдән сығара башларға ҡушты. Ә уларҙың хеҙмәткәрҙәре ике аҙналыҡ сменанан һуң ғәҙәти эш режимына күсә ала.

Бер үк ваҡытта 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы һаҡлана. Шулай Башҡортостан башлығы госпиталь итеп үҙгәртеп ҡоролған медицина учреждениеларын элекке эш форматына ҡайтара башлау тәҡдимен индерҙе.

Атап әйткәндә, яҡын көндәрҙә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, медицина университеты клиникаһы һәм Өфөнөң 10-сы дауаханаһы пациенттарҙы планлы ҡабул итә башлай. Республикала спортҡа ҡағылышлы сикләүҙәргә лә йомшартыуҙар индерелә.

Фото №1 - Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек, COVID-19 менән ауырыусылар бер аҙ кәмей

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ