Кәнфиттәр фабрикаһы һәм касса

Ишембайҙан алты йәшлек Арыҫлан Ҡаҙыҡов «Теләктәр шыршыһы» акцияһына ҡатнашып, тап ошо уйынсыҡтар хаҡында хыялланыуын белдергән. Ә бына Даун синдромынан яфаланған Михаил Андрюшенко укулеле музыка ҡоралын һорап яҙған. Был ике теләкте тормошҡа ашырыуҙа бөгөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ярҙам итте. Балаларҙың шатлығын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина уртаҡлашты.

Арыҫлан беҙҙең ижади төркөмдө ҡыуанып ҡаршы алды. «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашҡан малайҙың бәхетле йөҙөн күреү оло кинәнес. Үҫтереүсе уйынсыҡтар - кәнфиттәр фабрикаһы, кассаны ул тиҙ генә ҡаптан сығарып, йыя башланы. Ата-әсәһе лә ярҙамға ашыҡты.

Ишембайҙан алты йәшлек малайҙың теләген «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы тормошҡа ашырҙы. Ғаилә өсөн һис тә көтөлмәгән  ваҡиға.

Телмәре асылып бөтмәһә лә, физик яҡтан үҫешкән. Арыҫлан турникта ла тартыла, йүгерә, һикерә, бейей. Ата-әсәһе уны тиктормаҫ малай тип шаярта. Өй эсендә осоп тигәндәй йөрөй. Ситтән ҡарағанда сәләмәт күренә лә бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөмкинлектәре сикле.

Ғаилә берҙәм көс менән сирҙе еңергә, улдарын сәләмәт рухлы итеп тәрбиәләргә ынтыла. Алсаҡ, изге күңелле Арыҫлан менән күрешеү тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Беҙҙең  ижади төркөмдө ул йылмайып оҙатып ҡалды.

«Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә Мөғжизә сылбыры Ишембай ҡалаһында бының менән генә сикләнмәне. 21 йәшлек Михаил Андрюшенко йәшәгән йортҡа ишек шаҡыныҡ. Егет сәнғәткә ғашиҡ. Бәләкәй гитара – укулеле хаҡында хыялланған.

Миша ла бүләкте шатланып ҡабул итте. Йөҙө ҡояштай балҡый. Әйткәндәй, уның кеүектәр донъяға һәр ваҡыт йылмайып ҡарай. Өс айлыҡ ҡына сағында уға табиптар Даун синдромын ҡуйған. Егет музыка ҡоралын ҡулына алыу менән, йырлап та ебәрҙе.

Өй эсендә концерт тынмай тиерлек. Бала сағынан алып ул ата-әсәһе, туғандары алдында сығыш яһай. Киләсәктә яңы музыка ҡоралында уйнау оҫталығын арттырып, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу теләге менән яна. Хатта, сит ил тамашасыларын да ҡыуандырыу теләге лә юҡ түгел.

Мишаның йондоҙ булыу теләген дә өлөшләтә тормошҡа ашырҙыҡ. Хәҙер егет хаҡында бар республика халҡы белә. Әйткәндәй, үҫмер спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. Баскетболға йөрөй, йөҙә. «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәне.

Егет музыка тормош мәғәнәһе булыуын билдәләй. Укулеле яңы еңеүҙәргә ҡанатландырып ебәргән.

Фото №1 - Кәнфиттәр фабрикаһы һәм касса

Гөлназ Хәйбуллина.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ