Республика профсоюздар федерацияһы етем балаларға бүләк әҙерләгән

Татлы ризыҡтар Өфө һөнәрселек колледжы студенттарына тапшырылды. Федерация рәйесе Гүзәл Мирошниченко йәштәрҙе байрам менән тәбрикләп, сессияны уңышлы биреүҙәрен теләне. Ул шулай уҡ йәш белгестәрҙе профсоюздар сафында көтөп ҡалыуҙарын белдерҙе.

Профсоюздар федерацияһы үҙ акцияһын бер ай элек башлаған. Ошондай бүләктәр «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына, шулай уҡ яман шештән дауаланыусы кескәйҙәргә тапшырылған. Тағы ла профсоюз ойошмаһы вәкилдәре Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ла булды. Бында улар коронавирус менән ятҡан 20 балаға байрам кәйефе өләште.   

Фото №1 - Республика профсоюздар федерацияһы етем балаларға бүләк әҙерләгән

Илдар Байбулатов.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ