Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, һәр ҡалала һәр мең кешегә 4 эт аулап махсус приютҡа урынлаштырыу бурысы ҡуйыла. Өфө һәм Иглин райондарында хужаһыҙ бесәйҙәр ҙә аулана. Өфөлә 1 миллион 100 мең кеше йәшәй, нормаға ярашлы, быйыл 4 мең 400 берәҙәк эт һәм 1 мең ярым бесәй махсус приютҡа алып барылырға тейеш. Был эш Республика ҡаҙнаһынан финанслана.





