Радий Хәбиров саңғыла йүнәлеш билдәләү буйынса Бөтә Рәсәй Кубогына ярыштарға старт бирҙе. “Башҡортостан илдең 23 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсыны ҡабул итә. Саңғыла йүнәлеш билдәләү - республикала ныҡлап үҫешкән спорт төрө һанала, беҙҙең спортсылар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары һөҙөмтә күрһәтә, “ - тине Радий Хәбиров. Саңғыла йүнәлеш билдәләү буйынса ярыштар ҡаланың 3-сө мәктәбе биатлон-саңғы комплексында уҙа. Уның базаһында 500-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә.





