Әле был майҙанда төҙөлөш эштәре бара, бригадалар тәүлек әйләнәһенә эшләй, 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Тест режимы шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе көндәренә билдәләнгән. Төҙөлөш участкаһы етәксеһе Раил Мөлөков.
Ремонттан һуң юл үткәргестең мөмкинлектәре өс тапҡырға арта, 6 һыҙат барлыҡҡа килә, үткәргес үҙе 7 метрға оҙоная.
Фотоһүрәт: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.





