Донъя беренселегенә һайлап алыу этаптарында 17-18 йәшлек спортсылар ҡатнаша. Тәүге көндә ҡыҙҙар шәхси уҙышта көслөләрҙе асыҡланы. Алтай крайынан Анастасия Гришина еңеүсе булды. Красноярскиҙан Юлия Шеллер менән Санкт-Петербургтан Влада Шишкина икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ярыштарҙың баш судьяһы Юрий Байрамов.
Бөгөн егеттәр ошо уҡ төрҙә көслөләрҙе асыҡлай. Үҫмерҙәр араһында Донъя беренселеге февраль аҙағында Австрияла уҙа.





