Баш ҡала хакимиәте сайтында бының өсөн махсус бүлек булдырылған. Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргестә реконструкцияға бәйле сикләүҙәр индерелде, транспорт схемаһы үҙгәрҙе. Был урындан 20-гә яҡын маршрут буйынса йәмәғәт транспорты үтә. Теләгән йүнәлеште glonass.ufagortrans.ru сайтында табырға була.





