Октябрьский ҡалаһындағы Боҙ һарайын төҙөү 2022 йылда тамамлана

Октябрьский ҡалаһындағы  Боҙ һарайын төҙөү 2022 йылда тамамлана
Фото №1 - Октябрьский ҡалаһындағы  Боҙ һарайын төҙөү 2022 йылда тамамлана

2018 йылда нигеҙ һалынған биналағы төҙөлөш барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында танышты.  Боҙ һарайының дөйөм майҙаны  6 мең ярым квадрат метр, ул 800 тамашасы һыйҙырышлы була. Ҡала халҡы бында хоккей, фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә һәм конькиҙа йөрөйәсәк,  төрлө спорт ярыштары уҙғарыу майҙансығы  булыр, тип көтөлә. Радий Хәбиров боҙ һарайы ҡала халҡына ҙур бүләк буласаҡ, тип билдәләне.  Спорт комлексы төҙөлөшө менән бергә уның тирә-яғы тәртипкә килтерелә, бассейн булдырыла.  

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ