Әле коронавирусты иҫкәртеү прививкаларын табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм сир менән көрәштә алғы һыҙыҡта тороусы башҡа категория граждандар ала. Вакцинаның беренсе компонентын эшләтеүселәр әле үҙҙәрен яҡшы тоя.
Икенсе ҡабат эшләгәс ауыртмай ҙа, ҡурҡыныс та түгел. Илдар Мөслимовҡа ҡыҙыл һыҙатлы ҡумтанан авкцина эшләйҙәр. Был икенсе компонент. Тәүгеһен ул өс аҙна элек эшләткән.
Вакцинанан хәл киҫкенләшкән хәлдә кеше үҙен киҙеүҙән ауырығандай хис итә. Ғәҙәттә ул ике-өс көндә үтә. Прививка эшләткәндәр араһында һирәк кенә күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыуы, биҙҙәрҙең ҙурайыуына зарланған. Тимәк вакцина эшләй, ти белгестәр. Күптәрҙең икенсе компонет эшләткәнсе тиклем антиесемдәр барлыҡа килгән.
Бөгөнгә республика коронавирусҡа ҡаршы ун дүрт меңдән ашыу доза вакцина алған. Уларҙың барыһы ла медицна учреждениеларына бүлеп бирелгән. ӘЛе ирекле рәүештә табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусылар вакцинация үтә. Яңы партия препараттар килеү менән прививка яһатыусылар исемлеге лә киңәйтеләсәк.
Айнур Кәбиров.




