Учалы ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ 11 йәшлек һеңлеһен һәм үгәй атаһын янғындан ҡотҡарған

Ут ҡазаһы Некрасов урамындағы шәхси торлаҡта сыҡҡан. 1970 йылғы ир мейес яғыу өсөн еңел тоҡана торған шыйыҡса ҡулланғанда бүлмәлә шартлау яңғырай. Был мәлдә өйҙә булған ҡыҙ ирҙең ҡулы яныуын күреп, янғынды үҙаллы һүндерергә маташа, һуңынана тәртешкә менән тәҙрәне ватып, һеңлеһен урамға алып сыға, иргә лә уларҙың артынан эйәрергә ҡуша.

Үҫмер ҡыҙ әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдә ул йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә өйрәнгән белеменә таянған

Фото №1 - Учалы ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ 11 йәшлек һеңлеһен һәм үгәй атаһын янғындан ҡотҡарған

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ