Башҡортостанда етмештән ашыу теркәлмәй эшләгән пансионат бырлығы асыҡланған.

Оло йәштәгеләр йорттарын прокуратура һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күҙәтеүгә алған. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Рөхсәтһеҙ эшләгән социаль учреждениеларҙы асыҡлау эше Әбйәлилдә ҡарттар йортонда янғын сығып 11 кеше һәләк булғандан һуң башланды.

Республика етәкселеге "күләгәлә " эшләүсе пансионаттар проблемаһы хәл ителешен  уларҙы  лицензиялауҙа күрә. Әммә республика парламентының был башланғысын илдең закондар сығарыу советы хупламаны. Улар фекеренсә, мәсьәлә ярайһы уҡ көйләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда етмештән ашыу теркәлмәй эшләгән пансионат бырлығы асыҡланған.

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ