Торлаҡ йорттарҙы йылы менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре юғары хаҡтарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн түңәрәк өҫтәл артында йыйылды. Белгестәр әйтеүенсә, республика граждандары былтырҙан йылылыҡ өсөн яңы система буйынса түләй. Быға тиклем уртаса хаҡтар 12 ай дауамында түләнһә, быйылдан 8 ай, йәғни һалҡын миҙгелдәрҙә файҙаланған йылылыҡ өсөн түләнә. Ҡышҡыһын хаҡтар үҙенең юғары нөктәһенә етә. Йылылыҡ системаһына һауа температураһы ла йоғонто яһай. Декабрҙә йорттарға күләме буйынса бер нисә тапҡыр күберәк йылылыҡ ебәрелә.
Флорида Ким.




