Уртаҡ көс менән – яҡшы һөҙөмтәләргә

 Шаран районында бер нисә шәхси хужалыҡ вәкиле үҙҙәре етештергән продукцияны эшкәртеп һатыу өсөн ҡулланыусылар  кооперативына ойошҡан.

Былтыр йыл аҙағында ойошторолған хужалыҡта ауыл эшҡыуарҙары баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емеш, ит-һөт продукцияһынан сифатлы ризыҡтар әҙерләй. Ҙур булмаған цехта ҡамыр аштары, турамалар, башҡа аҙыҡ-түлек төрҙәре етештерелә. Шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукция менән эш итергә иҫәп тотҡан кооператив ағзалары быйыл хужалыҡты киңәйтеү, техник базаны нығытыу буйынса эш алып бара. Киләсәктә шулай уҡ ассортиментты киңәйтеү пландары ла бар.

16 декабрҙә ойошторолған кооперативта төрлө продукция менән эш итәбеҙ. Беҙҙең цехта ит-һөт, йәшелсә эшкәртелә. Әҙер ризыҡтар урындағы сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Шулай уҡ мәктәптәр менән килешеү төҙөлгән - балаларҙы туҡландырыу өсөн дә аҙыҡ-түлек ташыйбыҙ.

Надежда Дәүләтова, кооператив хужалыҡ етәксеһе

Кооператив ағзаларына бынан ары артыҡ сеймалды ҡайҙа тапшырырға тигән һорау тормаясаҡ. Ойошмаға тәүгеләрҙән ингән Әхмәтшиндар ғаиләһе күпләп мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Үҙҙәренең техникаһы ла бар. Уңған хужалар фекеренсә, кооперативҡа ойошоу хужалыҡтағы продукцияны әрәм-шәрәм итмәү мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай,  өҫтәмә табыш сығанағы ла булып тора.

Кооператив – хужалыҡта артып ҡалған продукцияны тапшырыу өсөн бик уңайлы буласаҡ. Беҙҙең баҡсабыҙ ҙур, ике баш һыйыр малы, 4 танабыҙ бар, тағы ла ҡош-ҡорт, йорт ҡуяндары үрсетәбеҙ. Кооперативҡа инеүгә шатбыҙ, уның ныҡлап аяҡ баҫасағына ышанабыҙ.

Нәзир Әхмәтшин, кооператив хужалыҡ ағзаһы
Фото №1 - Уртаҡ көс менән – яҡшы һөҙөмтәләргә

Флорида Ким.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ