Хаҡлы ялда ла әүҙем тормошта

Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы ҡатын-ҡыҙҙары «Оҫтабикәләр» түңәрәге ойошторған. Түңәрәк ағзалары төрлө ҡорама, кейем-һалым тегә. Ауыл мәҙәниәт йорто ижади коллективы өсөн махсус сәхнә костюмдары әҙерләргә тотонғандар. Былытр мәҙәни учреждениела төҙөклөндероү эштәре башҡарылған. Мәҙәни усаҡ өр-яңы музыка, спорт һәм техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Оҫтабикәләр һорауы буйынса теген машиналары һатып алынған.

Клубта балалар өсөн шашка-шахмат түңәрәге лә эшләй. Мәҙәниәт усағы директоры Зәйҙә Хәйбуллина әйтеүенсә, күгәрсендәр бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Халыҡ һәм балалар театры, гармунсылар, ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, бейеү түңәрәгенә йөрөүселәрҙең сығыштарын ауыл халҡы яратып ҡабул итә.

Фото №1 - Хаҡлы ялда ла әүҙем тормошта

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ