Медицина учреждениеһы ҡаланың 1-се дауаханаһы базаһында асылған. Был проект «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралғандан һуң тормошҡа ашырыла башлай һәм дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә эшләй. Бөгөн үҙәктә Башҡортостан башлығы ла булды. Радий Хәбиров Октябрьскийға эш сәфәре барышында ҡаланың башҡа обьекттары эшмәкәрлеге менән дә танышты. Улар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хаҡында һүҙ барғанда ваҡыттың ҡәҙере икеләтә арта. Операцияны тәүге сәғәттәрҙә үк эшләү пациенттың һауығыу ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итә, хатта үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы ла мөмкин. Ә әлегә тиклем был яҡ кешеләренә Өфөгә йөрөргә тура килгән. Үҙәк оло ихтыяжды иҫәпкә алып асылған да инде. Инвесторҙар бында 150 миллион һум аҡса һалаған, ремонт эшләнгән, заманса ҡоролмалар алынған. Йылына 1 мең кешене ҡабул итерлек мөмкинлек бар, тәүге айҙа уҡ 53 кешегә операция яһалған да инде.
Ҡала дауаханаһының 1-се хирургия копусы ла яңырыу кисерә. Уҙған быуаттың уртаһында сафҡа индерелгән һәм йылдар буйы төҙөкләндереү күрмәгән обьектта тулыһынса ремонт эштәре уҙғарылған. Бер юлы заманса медицина ҡопролмалары ла алынған.
Ҡаланың «Росток» күп профилле шифаханаһы ла балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Учреждение пандмия башланғандан алып ябыҡ тора. Элек бында йылына меңдән ашыу бала һаулығын нығытҡан. Радий Хәбиров шифахананы үҫтереү мөмкинлектәрен «Мәғариф» сәғәтендә ҡарарға ла тәҡдим итте.
Радий хәбиров эш сәфәре барышында ҡалалағы «Башҡорт фарфоры» предприятиһында ла булды. 2009-сы йылдан эшләп килгән заводта заманса материалдарҙа юғары сифатлы продукция сығарыла.
. Хужалар әйтеүенсә, бында бер ерҙә лә осрамаған үҙенсәлекле алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡаты фарфорҙан төҫлө һауыт-һабаны илдә тик Октябрьский предприятиеһында ғына осратырға мөмкин. Технологтар был алымды былтыр ғына үҙләштергән. Ғөмүмән, һәр продукцияны етештереүҙең үҙ нескәлеге бар.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, уңышлы эшләгән предприятиеға дәүләт булышлыҡ күрһәтергә әҙер. Ярҙамды Октябрьскийҙың яңы ике биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә көтә. Бында йорт һалған хужалар юл юҡлығына зарлана. Ошо маҡсатта 100 миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Республика башлығы ҡырсынташ түшәү өсөн аҡса бүленсәк тип белдерҙе.
Ҡалалағы тағы бер проблема – «Йыл миҙгелдәре» торлаҡ комплексы менән бәйле. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар 2017 йылдан алып фатирҙарын ала алмай. Радий Хәбиров проблемалы ике йорт хужаларын төҙөлөш советы ултырышына саҡырҙы.
Октябрьскийҙа спорт йүнәлештәрен билдәләү буйынса бөтә Рәсәй ярышы ла асылды. Унда илдең 2 тиҫтәнән ашыу төбәгенән 300-ләп спортсы ҡатнаша.
Октябрьскийҙағы ярыш быйыл Эстонияла уҙасаҡ Европа чемпионатына һәм Донъя беренселегенә һайлап алыу туры ла булып тора. Еңеүселәр донъя кимәлендә Рәсәй данын яҡлаясаҡ.
Рәмзиә Кәримова.





