ӨФө янындағы Яңы Александровка ауылындағы «Изгелек» эттәр приюты тирәләй ғауға ҡупты. Ирекмәндәрҙең дүрт аяҡлы дуҫтарға тейешле шарттар, үҙ ваҡытында ветеринария ярҙамы күрһәтелмәүе, аҙыҡ етмәүе хаҡында социаль селтәрҙәрҙә асыҡтан-асыҡ яҙып сығыуы йәмғиәттә резонанс тыуҙырҙы. Әммә приют был дәғүәләр менән килешмәй. Эт тормошо менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бында ярҙамға аҙыҡ-түлек килтергәндә эт тормошон бер тапҡыр күргән кешеләр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Сөнки хайуандарҙы бындай шарттарҙа күреү аяныслы. Хужаһыҙ ҡалған хайуандар күңел йылыһына мохтаж, ти улар.
Әммә приют эшмәкәрлеге менән килешмәүселәр ҙә юҡ түгел. Ирекмәндәрҙең береһе приютта тәрбиәләнгән яратҡан эте үлеменән һуң тейешле шарттар булмауы тураһында социаль селтәрҙәргә яҙа. Күңелһеҙ осраҡтан һуң башҡа ирекмәндәр ҙә «Изгелек» приюты хаҡында күҙәтеүҙәре менән бүлешә.
Был бинаға килеп эләккән йорт хайуандарынан хужалары баш тартҡан. Уларҙың һаны тиҙҙән дүрт йөҙгө етә,ти приют етәксеһе Елена Жданова. Эттәр ҙә уны ятһынмай, яҡын итә.
Эттәр тирәләй бәхәс йәмәғәт ойошмалары кимәленә лә күтәрелде. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ республика» проекты ла «Изгелек» приюты тирәләй низағҡа ҡушылды.
Ирекмәндәр бер төптән, приют тирәләй ғауғаға нөктә ҡуйылырға тейеш, тигән талап ҡуя. Ысынлап та, приют етәкселеге теүәл бухгалтерия алып барғанда, бағыусыларҙың иҫәбенә алынған продукция һәм аҡсалар тураһында асыҡ отчет биргән осраҡта, бындай бәхәстәргә юл ҡуйылмаҫ ине. .
Гүзәл Борханова.




