Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргес ябылды

Иртәнге туғыҙҙан был участкала транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды. Сикләү 18 ғинуарға тиклем ғәмәлдә ҡала. Юл йөрөүҙәге үҙгәрештәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Иртәнге унынсы яртыла Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргес тулыһынса ябылды. Ҡаланың көньяҡ өлөшөнән һәм аэропорт  йүнәлешенән килгән транспорт  ағымы яңы схема буйынса хәрәкәт итә. Тығындарҙы,  аварияларҙы булдырмау өсөн светофорҙар ҡуйылған.Нуғай ҡасабаһы йүнәлешенән килеүсе водителдәр  иһә Ағиҙел ярындағы юл буйлап ҡала үҙәгенә хәрәкт итә ала.Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары эше лә көсәйтелде.

Ҡалаға ингән урында урынлашҡан бейек йорттарға видеокүҙәтеү камералары  беркетелгән. Улар юлдағы бөтә хәрәкәтте теркәй. Тығындар хасил булғанда оператор мәғлүмәтте яҡтыртыу хеҙмәтенең баш инженерына еткерә. Ошонан сығып, ҡарарҙар  ҡабул ителә.

Беренсе тапҡыр иртәнге ваҡытта транспорт ағымына ярашлы, светофорҙарҙың режимын 10-15 тапҡырҙан ашыу үҙгәртергә тура килде. Халыҡ  аҙна эсендә үҙенә альтернатив хәрәкәт итеү юлдарын һайлап өлгәргәндер тип уйлайым. Бөгөндән беҙҙең хеҙмәттәр тарафынан светофорҙар эше 3-4 тапҡыр ғына көйләнелә башланы.

Руслан Яхиббаев, «Уфагорсвет» ойошмаһының баш инженер урынбаҫары

Раил Мөлөкөв был юл үткәргесте үҙе төҙөгән. Төҙөүе лә, емереүе лә еңел эш түгел, тип билдәләй белгес. Әммә киңәйтелгән юл халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн кәрәк. Һүтелгәндән һуң юл үткәргес туғыҙ метрға киңәйәсәк.

 Вәлиди урамындағы юл үткәргесте ябыу өсөн юҡҡа ғына сғыштырмасаы тыныс трафиклы көн һайланмаған. Бөгөн шәмбе һәм күреүегеҙсә транспорт ағымы әллә ни көслөтүгел. Яңы ҡоролған светофор обьекттары ла өс көн дауамында тест режимында эшләйәсәк.

Фото №1 - Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргес ябылды

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ