Нигеҙһеҙ иҫəплəнгəн сумманы ҡабаттан тикшереп, артығын халыҡҡа кире ҡайтарырға

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең саманан тыш артыуына үҙ фекерен белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, декабрь квитанцияларына бәйле дәғүә белдереүселәр күп. Яңы йыл байрамдарында ғына "Инцидент менеджмент" системаһы "Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәрен бүлеү" компанияһы ҡуйған иҫәптәргә бәйле меңдәрсә мөрәжәғәтте эшкәртеүгә алған. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров коммуналь түләүҙәрҙәрҙең артыуына бәйле хәлгә аныҡлыҡ индерергә ҡушты.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләүенсә, декабрҙә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә йылылыҡ өсөн ҙур суммалағы квитанциялар килде. Айырым осраҡтарҙа - үҫеш 42 процентан ашыу. Әлбиттә, был кешеләрҙе борсомай ҡалманы. Төбәктең йәмәғәт палатаһында ойошторолған махсус комиссия бик күп дәғүәләр ҡабул иткән.

Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, эшсе төркөмгә барлыҡ яуаплы структура вәкилдәре ингән. Улар хаҡ артыу сәбәптәрен тикшерҙе. Башҡортостан башлығы килеп тыуған проблеманы хәл итеү юлдарын атаны. Уның фекеренсә, республикала йылылыҡ артабан да 1/8 схемаһы буйынса иҫәпләнәсәк. Күпме тотондоң, шунса түләйһең.

Икенсенән, дөрөҫ эшләмәгән ҡоролмаларҙы төҙәтергә, ә түләүҙәрҙе кәметелгән сумма менән хужаларына яңынан ебәрергә. Өсөнсөнән, саманан тыш йылытылған фатирҙар өсөн хаҡты ресурстар менән тәьмин итеүсе йәки идарасы компаниялар ҡапларға бурыслы. Был юлы ла аҡсалар халыҡҡа ҡайтарылырға тейеш. Әгәр ҙә артабан да ошондай етешһеҙлектәр ҡабатлана икән, йылылыҡ компаниялары етәкселәренә һәм уларҙы контролдә тотоусы чиновниктарға ҡарата етди саралар күреләсәк. Урындарҙағы башлыҡтар ҙа халыҡтың проблемаларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тигән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Нигеҙһеҙ иҫəплəнгəн сумманы ҡабаттан тикшереп, артығын халыҡҡа кире ҡайтарырға
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ