Тарифтар мәсьләләһе был аҙанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тикшерелде

Тарифтар мәсьләләһе был аҙанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында  ла тикшерелде. Ул онлайн форматта барҙы.

Депутаттар Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә юл үткәргес ябылыу сәбәпле килеп тыуған мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты.

Тағы бер мөһим һорау – тарифтар. Әле халыҡтан йылылыҡҡа хаҡ артыу буйынса мөрәжәғәт күп килә. Әйткәндәй, былтыр ҙа йыл башында ошондай уҡ проблема була. Әммә тикшереүҙәрҙән һуң аҡсаның бер өлөшө кире ҡайтарыла, бөтәһе 20 миллион һум. Депутаттар фекеренсә, быйыл да түләүҙәр буйынса ныҡлы тикшереү уҙғарыу мотлаҡ.

Фото №1 - Тарифтар мәсьләләһе был аҙанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тикшерелде

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ