1905 йылдың ғинуарында рус-япон һуғышы тамамлана

Батша Николай икенсенең ғәскәре Порт-Артур ҡәлғәһен япондарға тапшыра. Япондар уны 329 көн ҡамауҙа тота. Нығытмаға артиллерия даими  ут аса. Һары диңгеҙ ярындағы был алыш хәрби тарихҡа иң ҡанлы һуғыштарҙың береһе булараҡ инеп ҡалған. Башҡорт халыҡ йыры «Порт Артур» ҙа ул  фажиғәле ваҡиғалар телгә алына.

«Порт-Артур» ҡәлғәһен һаҡлаусыларҙың тиңһеҙ батырлығын сағылдырған халыҡ йыры Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында яңғырай. Бер быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә йырҙың һүҙҙәре Һары диңгеҙ ярындағы фажиғәне тыңлаусыһына еткереүгә һәләтле.

«Порт Артур» йыры рус-япон һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы тураһында һөйләй. Халыҡ ижады өлгөһөн 1938 йылда танылған актер, йырсы һәм ҡурайсы  Ғата Сөләймәнов хәҙерге Баймаҡ районы Төркмән ауылында яҙып ала. 19-сы быуат аҙағында Башҡортостанда кантон системаһы, уның менән берлектә милли ғәскәри берәмектәр ҙә бөтөрөлә. Башҡорттар дөйөм шарттарҙа регуляр рус армияһы составында Порт-Артурҙы һаҡлай.

Рус-япон һуғышы һөҙөмтәләре ил тарихында ла сағылыш таба. Тап шул осорҙан башлап Рәсәйҙә батша сәйәсәте менән килешмәүселәр арта башлай. 1905 йылдың 22 ғинуарындағы «ҡанлы йәкшәмбе» һәм артабан беренсе рус революцияһы Порт-Артурҙан башланған ваҡиғалар шәлкеменең дауамы тигән фекерҙә тарихсылар.

Порт Артур Рәсәй армияһы һәм халҡыбыҙ ҡаһарманлығына тарихтан сағыу миҫал. Шанлы йылдарҙан бер быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә Һары диңгеҙ ярындағы ҡанлы алыш һаман йырҙарҙа йырлана. Тимәк, алыҫ төбәктә Ватан өсөн башын һалған яугирҙар ҙә онотолмай.

Фото №1 - 1905 йылдың ғинуарында рус-япон һуғышы тамамлана

Рафиҡ Әхмәтшин.

Волна
Акции БСТ