Баш ҡалала йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе контролгә алына

Һуңғы тәүлектә генә өс тиҫтәләп етешһеҙлек асыҡланған. Өфөнөң Киров районы хакимиәте комиссияһы вәкилдәре хәүефһеҙлек сараларын күҙ уңында тотоп көн һайын рейдҡа сыға. Сауҙа нөктәләре, кибет, мәғариф һәм медицина учреждениелары биләмәләре тикшерелә.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүсе вазифа биләүселәргә 5-10, юридик шәхестәргә 15 меңдән 20 мең һумғаса штраф янай. Шул уҡ ваҡытта ҡала халҡынан да уяулыҡ талап ителә. Әгәр ҙә ҡар, боҙ киҫәге эленеп торған осраҡта яуаплы идарасы компанияға, йә булмаһа 112 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеү һорала.

Фото №1 - Баш ҡалала йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе контролгә алына

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ