Яңауыл районы учреждениелары һәм предприятиеларында хәүефһеҙлек талаптары буйынса рейдтар ойошторола

Пландан тыш уҙғарылған тикшереүҙәрҙең төп маҡсаты – пандемия шарттарында санитар-эпидемиология ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү. Көн һайын үткәрелгән рейдтар сиктәрендә эксперттар комиссияһы төрлө объекттар буйлап йөрөп сыға. Улар әйтеүенсә, етешһеҙлектәр күп. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында штаб ағзалары кескәйҙәрҙе иртәнге ҡабул итеү мәленә тура килгән.

Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, был осраҡта иҫәп журналы тултырылырға, балаларҙың температураһы үлсәнергә, зарарһыҙландырыу шыйыҡсалары менән эшкәртеү уҙғарылырға һәм һаҡланыу кәрәк-яраҡтары булырға тейеш. Әммә был ҡағиҙәләр тейешле кимәлдә үтәлмәй. Учреждение етәкселәренә тәүге рейд барышында иҫкәрмәләр яһала, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү бурысы ҡуйыла. Бер нисә көндән һуң тикшереү яңынан уҙғарыла.

 Етешһеҙлектәр бар әлбиттә. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар уяулығын юғалта төшкән. Балаларҙы ҡабул иткәндә хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәйҙәр, һауаны зарарһыҙландырыу ҡоролмалары тоҡандырылмай. Ата-әсәләр ҙә балалар баҡсаһына ингәндә битлек кейергә онота.

Зәбиҙә Хужина, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге белгесе
Фото №1 - Яңауыл районы учреждениелары һәм предприятиеларында хәүефһеҙлек талаптары буйынса рейдтар ойошторола

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ