Октябрьский ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн социаль-мәҙәни үҙәк уңышлы эшләй

Октябрьский ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн яңыртылған социаль-мәҙәни үҙәктә һәр кем күңеленә яҡын эш менән шөғөлләнә. Ҡул эштәренә, бейергә, йырларға, уйындар уйнарға өйрәнгән граждандар Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулап Президент грантына эйә була. Социаль үҙәкте БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барып күрҙе.

Күтәренке кәйефтә парлашып бейегән йәштәрҙең сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнһә лә, ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөүе сикһеҙ. 25 йәшлек Кристина тыумыштан даун синдромы менән яфалана, әммә ҡатмарлы диагноз менән дә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Октябрьский ҡалаһында асылған социаль үҙәккә йөрөгән ҡыҙ яттан шиғырҙар һөйләй, йөҙөргә ярата, актерлыҡ оҫтаханаһына һәм бейеүгә йөрөй. Уның башланғыстарын әсәһе һәм яҡындары бәләкәй сағынан хуплап, Кристинаға үҫешергә ярҙам итә.

Балаң ниндәй генә булһа ла – уны яратырға кәрәк. Уның үҫеше өсөн ваҡытынды, рухи көсөңдө, аҡсаңды йәлләргә ярамай. Кристина тыуғас мин эшемдән киттем һәм ғүмеремде баламдың сәләмәтлеге өсөн бағышланым. Ҡыҙым менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек – ул әүҙем, тырыш ҡыҙ булып үҫте.

Людмила Камалетдинова, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе

Былтыр асылған социаль-мәҙәни үҙәккә өс йөҙгә яҡын кеше йөрөй. Бында улар бер-береһе менән аралаша, дуҫтар таба, рухи яҡтан дәртләнеп көс туплай. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар яратҡан дәрестәренә  төркөмдәргә бүленеп йөрөй. Спорт, музыка залы, ҡул эштәре оҫтаханаһы, компьютер класында белемен камиллаштырыусылар байтаҡ.

Быға тиклем Октябрьский ҡалаһында йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар иҫке бинала ял сәғәттәрен үткәрә. Яңы объект асылғас ярҙамға мохтаж кешеләр социаль үҙәккә күпләп йөрөй башлай һәм Рәсәй конкурстарында еңеүгә өлгәшә.

2020 йылда Рәсәй Президенты фонды тарафынан ойошторолған өс грантҡа лайыҡ булдыҡ. Беҙгә бүләк ителгән аҡсаға үҙәкте ҡорамалдар, пандустар менән йыһазландырҙыҡ, сенсор кабинет асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Пандемия тамамланғас мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн спорт фестивале үткәреү ниәте бар.

Татьяна Кетько, социаль үҙәктең граждандар менән эшләү бүлеге мөдире

Социаль-мәҙәни үҙәккә 18 йәштән алып йөрөргә мөмкин. Төрлө сирҙәр менән ауырыған балалар өсөн Октябрьскиҙа «Йәйғор» мәктәбе эшләй. Өлкәндәрҙе берләштерергә ҡаралған үҙәктә һәр кеше күңеленә яҡын шөғөл һәм дуҫтар таба ала.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн социаль-мәҙәни үҙәк уңышлы эшләй
Башбат

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ