Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Ведомство башлығы ошоларҙы белдерҙе.
Йылылыҡ өсөн артыҡ түләнгән аҡсаны ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителергә тейеш. Борис Беляев дауам итә.
Радий Хәбиров докладты тыңлағандан һуң, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына ҡаты киҫәтеү яһаны. “Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы юл үткәргесте ремонтлауға бәйле проблеманы, һеҙ йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһен насар хәл иттегеҙ”, - тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы килеп тыуған проблеманы хәл итеү буйынса эште теүәл ойошторорға һәм артыҡ түләнгән аҡсаны халыҡҡа ҡайтарырға ҡушты.





