Пандемия башланғандан алып, вирус йоҡтороусылар һаны 22 мең 068-гә етте. Әле стационарҙа 800-ҙән ашыу кеше дауалана. Уларҙың 63-ө реанимацияла, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда ауырыуға бәйле хәл тотороҡлана бара. Республикала ПЦР ысулы ярҙамында 25 лабораторияла КОВИД-ҡа тест үткәрелә. Өфөлә Ситуация үҙәге эшен дауам итә. Уҙған аҙнала 2 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 218-19-19. Белгестәр менән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем бәйләнешкә инергә була. Башҡортостанда антиковид паспорт индерелә. Проектты февралдә башлау күҙаллана. Документ QR-код рәүешендә, йәғни һанлы була. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк.





