Радий Хәбиров милли кейемде тотанаҡһыҙ күренештәрҙә ҡулланған һүрәт төшөрөүсегә ҡарата фекерен белдерҙе. Был һүрәттәр социаль селтәрҙә ҙур бәхәс ҡуптарҙы. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә цензура менән шөғөлләнмәүе, әммә рәсемдәрҙең уға оҡшамауы тураһында белдерҙе.
- Был рәүешле милли кейемдәрҙе һүрәтләү - халыҡты кәмһетеү, тип һанайым. Минең өләсәйемдең дә селтәре бар ине, ул милли кейемдең мөһим өлөшө. Һәм ошондай мәғәнәһеҙлек, әлбиттә, миңә оҡшамай. Милли күренештәр менән һаҡ булайыҡ, ул бик сетерекле төшөнсә, - тине Радий Хәбиров.
Интернет ҡулланыусылар социаль селтәрҙә #якультурноенаследие #минмиллимираҫ тип аталған флешмоб ойошторҙо. Уның барышында республикала һәм унан ситтә йәшәүселәр башҡорт милли кейемендәге фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.





