Ковидҡа ҡаршы паспорттар булдырыла

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Ковидҡа ҡаршы паспорттар организмында короновирусҡа антиесемдәре булған граждандарға һәм вакцинация үткән кешеләргә автоматик рәүештә бирелә. Документ алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта теркәлеү үтеү мотлаҡ. Паспорт мобиль ҡушымтала куар код рәүешендә бирелә.

Электрон таныҡлыҡ уның хужаларына байтаҡ өҫтөнлөктәр бирә, мәҙәни һәм спорт сараларына йөрөргә, магазиндарҙа, фитнес клубтарҙа һәм башҡа учреждениеларҙа ташламалар алырға мөмкин. Коронавирус үткәргән 65 йәштән өлкәндәрҙән дә сикләүҙәр алына, улар өсөн үҙаллы изоляция режимын үтәү мотлаҡ түгел. Ковидҡа ҡаршы паспорттар 5 февралдән тапшырыла башлай.

Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса бөгөн илдә короновирустан күләмле вакцинация башланды. Башҡортостан был кампанияны ойоштороуға әҙер. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала вакциналарҙы ташыу һәм һаҡлау өсөн тулы шарттар булдырылған. Кешеләргә прививкалар яһау өсөн 90-дан ашыу пункт асылған.

Фото №1 - Ковидҡа ҡаршы паспорттар булдырыла

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ