Былтыр бәйлелә 2114 ауыл һәм ҡасаба ҡатнашҡайны.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Бөрө районы Бахтыбай ауылында «Уйна, гармун!» фестивале үтте. Байрамда ҡатнашҡан иң өлкән баянсыға 86, иң йәше Юрий Паликовҡа 14 йәш. Марый мәҙәниәте музейы ла ҡунаҡтарҙы киң ҡолас менән ҡаршыланы.
«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә. Радий Хәбиров ҡарары менән еңеүселәрҙе бүләкләү фонды ун тапҡырға артып, 40 миллион һумға тиклем еткерелгән. Бынан тыш, райондар һәр береһе үҙҙәренең дәртләндереү фондын булдырған. Конкурсҡа йомғаҡ мартта яһаласаҡ.
Гүзәл Борханова.




