Башҡортостан башлығы Өфөлә юл үткәргесен ремонтлауҙы сентябргә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргестә ремонт эштәрен сентябргә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы.

Әммә эште тиҙләтеү өсөн ике һыҙатты ла тулыһынса ябыу талап ителә. Хәбәр итеүебеҙсә, һуңғы өс көндә юл үткәргес аша хәрәкәт тест режимында ғына туҡтатылғайны. Бөгөн төҙөлөш эштәре барышын тикшергән Премьер -министр Андрей Назаров әйтеүенсә, әле майҙанда тығындарҙы кисектереү буйынса эш алып барыла.

Автомобилдәр ағымы бигерәк тә Өфөгә Ағиҙел күпере аша ингән ерҙә көслө. Шуға күрә шишәмбенән иртәле-кисле башҡалаға өс һыҙат аша үтеп буласаҡ, ә сығыуға бер генә юл ҡалдырыла. Ә көндөҙ хәрәкәт кәмегән ваҡытта элекке график ғәмәлгә инә. Инеүгә-3, сығыуға 2 һыҙат.

Бынан тыш, Зәки Вәлиди менән Салауат Юлаев урамдары киҫелешендәге светофорҙы юл хәрәкәте инспекторҙары автомобиль иҫәбенә ҡарап көйләйәсәк. Әле водителдәр өҫтән төшкәндә 6 минут тора, һуңынан уларға проспектҡа сығыу өсөн ни бары 15 секунд ваҡыт бирелә. Инспекторҙар ҡуйыу мәсьәләне урында хәл итеү мөкинлеге бирәсәк.

Беҙҙең тәҡдим-юл үткәргесте тулыһынса ябырға һәм төҙөлөш эштәрен тиҙерәк тамамларға. Сөнки юлды яртылаш ҡына ҡаплау һәм бер һыҙаттан хәрәкәттең даумм итеүе юлсыларҙың эшенә ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә эш ваҡыты икеләтә арта. Ә былай эште тәүлек әйләнһенә дауам итергә һәм  йәй аҙағына тиклем тамамларға була. Республика башлығы ла юл үткәргесте тиҙерәк асыу бурысын ҡуйҙы.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры
Фото №1 - Башҡортостан башлығы Өфөлә юл үткәргесен ремонтлауҙы сентябргә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ