Республикала «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы үҙ һөҙөмтәлелеген күтәргән. Былтыр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 400-ләп ғаилә сертификат алыуға өлгәшкән. Уларҙың яртыһы ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре. Шишмә районынан биш бала тәрбиәләгән Моталовтар иһә дүрт ай эсендә үҙ йортон төҙөп ингән. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Биш бала әсәһе Зөлфиә Моталованың яңы аш-һыу бүлмәһенә ҡыуанысы сикһеҙ. Был көндө ул күптән көтөп алған. Яңы йорт төҙөп сыҡҡас та, тормош иптәше менән бергәләп торлаҡтың тәүҙә төп бүлмәһен йыһазландырырға тотона. Зәңгәр яғыулыҡ, эсәр һыуҙы ла йорт эсенә үткәреүгә ирешкән.
Моталовтар тәүҙә баш ҡалала йәшәй. Балалар ишәйеүгә улар ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Ғаилә башлығының эш урыны ла ошо төбәктән булғанлыҡтан, ныҡлап төпләнеп китеү ауырлыҡ тыуҙырмай. Бар көстө балалар тәрбиәләүгә, уларҙың киләсәгенә йүнәлткән.
Ғаиләнең ныҡлап ауылда төпләнеүенә «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһында ҡатнашыуы ла нигеҙле булған. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән миллион ярымдан ашыу матди ярҙам аҡсаһына, үҙ бюджетын ҡушып ике ҡатлы йорт төҙөүгә ирешә. Бөгөн уландарының үҙ иркен бүлмәһе бар.
Ғөмүмән, республикала 385 ғаилә дәүләт программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алған. Бының өсөн республика һәм федераль ҡаҙнанан 660 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырылған төбәктәр исемлеген Әбйәлил, Ауырғазы һәм Ҡариҙел райондары биләй. Уларҙа дәүләт ярҙамын кәм тигәндә 15-шәр ғаиләгә күрһәтелгән. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы программаның быйыл да тормошҡа ашырыласағын билдәләй. Әле үк 120-нән ашыу ғаилә заявка биреп өлгөргән дә инде.
Азат Ғәлиуллин.




