Республика хөкүмәтенең ошондай ҡарары бар. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Темәс ауылына 17-се быуат аҙағында нигеҙ һалынған. 20-се быуат башында ауыл Башҡортостан Республикаһын булдырыуҙа ҙур роль уйнаған, ти күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.
Башҡортостанда төбәк кимәлендәге тарихи биләмәләр һаны етәү булды. Йылайыр районы үҙәге, Мәләүез районында Воскресенкое, Шишмә районы Келәш, Краснокама районы Николо-Березовка ауылдарының айырым урындары ошондай статус алған.





