Башҡортостанда ирекмән-медиктар хәрәкәте ғәмәлдә

Пандемия осоронда волонтерҙар оло йәштәге граждандарҙың йорттарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йөрөтә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре һәм медицина университеты студенттары көнөнә 10-ға яҡын кешегә ярҙам күрһәтә. Уларҙың хәрәкәтенә автоволонтерҙар ҙа ҡушыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Медицина университетында стоматология һөнәрен үҙләштереүсе Регина Фәхриева курсташы менән ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла. Сираттағы эш көнөндә улар юллама буйынса дарыухананан инсулин алып Цурюпа урамындағы йәшәүсе пациентҡа юллана. Ирекмәндәр шәкәр диабеты менән яфаланған хаҡлы ялдағы ҡатынға медицина препаратын еткерә.

Яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге кешеләр, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә ала. Волонтерҙар исемлек буйынса аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы килтерә.

Фотограф булып эшләгән Алена ла өлкән йәштәге граждандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Автоволонтер кибеттә аҙыҡ-түлек һатып алып заявка буйынса Өфөнөң алыҫ урамдарына юллана.

Мин үҙем автомобиль йөрөтөргә яратам. Шуға ла ваҡытым һөҙөмтәле һәм файҙалы үтһен тип ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылдым. Ҡатмарлы осорҙа өлкәндәргә ярҙам итеү – һәр кешенең яуаплығында.

Алена Гуло, фотограф, ирекмән

Башҡорт медицина университетында ойошторолған ирекмән медиктар штабына ярҙамға мохтаж һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Короновирусҡа ҡаршы антиесемдәре булған студенттар йорт шарттарында ауырыған граждандарға ковидты дауалау өсөн ҡарарлған дарыуҙарҙы ла йөрөтә. Пандемия осоронда ирекмәндәр меңәрләгән кешегә аҙыҡ-түлек, медикаменттар килтереп өлкән йәштәге кешеләрҙең көндәлеген еңелләштерә.

Фото №1 - Башҡортостанда ирекмән-медиктар хәрәкәте ғәмәлдә

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ