Үлем осраҡтары теркәлмәгән. Был хаҡта бөгөн коронавирусҡа арналған брифингта Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе. Бөгөнгә стацинарҙарҙа 834 кеше дауалана, 56 пациент ауыр хәлдә тип баһалана, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ирина Кононова әйтеүенсә, февралдә Башҡортостанға 50 мең, мартта 100 меңдән ашыу доза коронавирустан вакцина килеүе көтөлә.
Башҡортостанда Антиковид ситуация үҙәге эшен дауам итә. Уның телефоны: 218-19-19. Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға була.





