Вакцинация – проблемаларҙы хәл итеү юлы

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалына биргән интервьюла белдерҙе.  

Һөйләшеү республиканың халыҡты коронавирустан вакцинациялауға әҙерлеге һәм ковидҡа ҡаршы паспорттарҙың нисек эшләйәсәгенә арналды. Республика етәксеһе фекеренсә, төбәктә йәшәүселәрҙе иммунлаштырыу өсөн бик күп вакцина талап ителәсәк.

Тәүге партиялар менән килгән уколдарҙы тәү сиратта уны табиптар, социаль һәм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алды. Кешеләр күберәк вакцинация үтһен өсөн һөҙөмтәле инструмент уйлап табылған. Ул үҙенә күрә өҫтәмә мотивация  булып тора, тине Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Вакцинация – проблемаларҙы хәл итеү юлы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ