Башҡортостан төҙөлөш компаниялары вәкилдәре металлопрокаттың ҡимәтләнеүенә зарлана. Был проблеманы улар Радий Хәбиров онлайн форматта үткәргән «Төҙөлөш сәғәте»ндә күтәрҙе.
Былтыр республика етештереүселәре тимер-бетон конструкцияларға хаҡты 50-60 процентҡа арттырған. Һөҙөмтәлә торлаҡ, социаль объекттар төҙөүгә, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға сығым да ярайһы уҡ артыуы ихтимал.
Башҡортостанда 25 уртаса һәм ҙур тимер-бетон предприятиеһы эшләй. Улар, нигеҙҙә, республика эсендәге заказдарҙы үтәй. Радий Хәбиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына һатып алыу ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу өсөн төҙөүселәрҙең республика предприятиелары менән үҙ-ара бәйләнешен яйға һалыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Бынан тыш онлайн-кәңәшмәлә проблемалы объекттарҙы һалыу һәм өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре тикшерелде.




