Дәүләт ярҙамында ул утыҙ баш йылҡы малы һатып алған, яңы ҡура төҙөгән. Йүнсел малсылыҡ, игенселек менән бишенсе йыл шөғөлләнә, әлегә 800 гектар ере бар. Үҙ тырышлығы менән хужалыҡ автопаркын да яңыртҡан.
Киләсәктә Тимерйән Искәндәров бейәләр һанын ике йөҙгә еткереп, ҡымыҙ етештерә башларға ниәтләй. Районда агротуризмды үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған.
Гөлназ Хәйбуллина.




