Ул 1 йәшлек Асҡар Ишморатов. Асҡар онлайн конкурста ҡатнашҡан һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яулаған. Был турала беҙгә малайҙың өләсәһе Зәлиә Ишморатова хәбәр итте.
Ойоштороусылар белдереүенсә, Рәсәйҙәге иң матур малай конкурсында 55 кубок тапшырыла. Ярыш еңеүсеһенең фотоһүрәте “Рәсәй балалары” журналының тышлығын биҙәйәсәк.






